Кескәйҙәр баҫмаһын көтөп алабыҙ!
25.12.2021
Мәктәптә яңыраҡ ҡына эшләй башлаһам да, балалар менән эшләү бик оҡшай. Беҙҙең мәктәптә төрлө милләт балалары уҡый. Барыһы ла үҙ-ара татыу һәм дуҫ. Башҡорт телен бик теләп өйрәнәләр. Башланғыс класс уҡыусыларын "Аҡбуҙат" журналы менән таныштырҙым. Ҡыҙыҡлы, сағыу һүрәтле баҫманы кескәйҙәр бик ярата. Журналға яҙылыу ҙа ойошторабыҙ.Күмертау ҡалаһының Маяҡ ҡасабаһы, 8-се мәктәп уҡыусылары. Рәзилә ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.
Читать далее
Күркәм ғүмер байрамығыҙ менән!
25.12.2021
Бөгөн шағирә, “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире Гөлназ Мират ҡыҙы Ҡотоеваның күркәм ғүмер байрамы. “Ағиҙел” журналында оҙаҡ йылдар яуаплы сәркәтип вазифаһын башҡарған талантлы ҡәләмдәшебеҙҙе журнал уҡыусылары һәм редакция коллективы исеменән ихлас ҡотлайбыҙ!
Читать далее
“Башҡортостан ҡыҙы” - «Матбуғаттың алтын фонды – 2022» билдәһенә лайыҡ
24.12.2021
«Матбуғаттың алтын фонды» конкурсы йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә донъя күргән 123 баҫма «Матбуғаттың алтын фонды – 2022» билдәһенә лайыҡ булды. Башҡортостандан I, II һәм III дәрәжә билдә алыусылар исемлегендә 13 гәзит һәм журнал, шул иҫәптән “Башҡортостан ҡыҙы” журналы ла бар. Беҙҙең редакция I дәрәжә знак менән билдәләнеүе тураһында хәбәр алдыҡ.
Читать далее