26 апрель Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылы Мәҙәниәт һарайы Башҡортостан Республикаһы башлығы гранты сиктәрендә ойошторолған " Һүҙ ҡәҙере - ҡәләм ҡөҙрәте" " Аҡмулла арбаһы" проектының йомғаҡлау сараһына " Ағиҙел" журналының баш редакторы Мөнир Ҡунафин етәкселегендә республикабыҙҙың бар тарафтарынан әҙәби баҫманың тоғро дуҫтарын йыйҙы.
" Ағиҙел" дең 100 йыллығына арналған " Иң күп китап уҡыусы ауыл" , " Иң шәп китапханасы", " Башҡорт әҙәбиәтен иң шәп пропагандалаусы", " Иң уҡымлы хикәйә", " Иң популяр автор" һәм башҡа номинацияларҙа еңеүселәр билдәләнеп үтте. Ғафури районынан барған делегация составында Юлыҡ ауылы китапханасыһы Юлмөхәмәтова Гөлфинә " Иң шәп китапханасы" номинацияһында еңеүсе булһа, халыҡ сәсәниәһе Рафикова Рима һәм мин " Иң күп китап уҡыусы ауыл" республика бәйгеһенең " Иң уҡымлы хикәйә" интернет яҙмалар конкурсы еңеүсеһе булараҡ билдәләндек һәм грант сиктәрендә нәшер ителгән " Ағиҙел" дән 100 хикәйә исемле 2 томдан торған тарихи баҫма - хазинаға эйә булдыҡ.
Рух байрамы Мәрйәм Бураҡаева исемендәге башҡорт гимназияһында Мөнир Ҡунафиндың " Ирекле фекерләү тураһында бер кәлимә һүҙ" тигән асыҡ дәресен тыңлауҙан башланды һәм Мәҙәниәт һарайында " Аҫылташ" өлгөлө балалар театры ҡуйған Рәйес Түләктең " Күпер" әҙәби - музыкаль сығышын ҡарау, йыр, ҡурай моңдары тулҡынында тирбәлеү, сәхнә оҫталарының дәртле бейеүҙәрен тамаша ҡылыу, бүләкләнеүселәр өсөн ихлас ҡыуаныу, йәнле аралашыу, иҫтәлеккә фотоға төшөүҙәр менән дауам итте.
Ҡунаҡсыл Ейәнсура еренә, ижадҡа ҡанат нығытыусы,юбилей шатлыҡтарын ҡәләмдәштәре, уҡыусылары менән уртаҡлашыусы " Ағиҙел" селәргә, транспорт менән ярҙам итеүсе хакимиәт башлығы урынбаҫары Гүзәл Зуфаровнаға, оҙон юлды ҡыҫҡартып, матур итеп йөрөтөп алып ҡайтыусы шофер Иван Анатольевичҡа ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Рәмзиә Монасипова