“Һәнәк”тең апрель һанына шиғри күҙәтеү

“Һәнәк”тең апрель һанына шиғри күҙәтеү

20.04.2023

“Һәнәк”тең апрель һанына шиғри күҙәтеү

Урманға алып сыҡҡайны,
Матур, тиеп, сәхрәлә,
Батҡан машина эттерҙе.
Өҫкә ҡойо сәсрәгән !

Ғалимдар ялдың кешегә
Файҙаһын иҫәпләгән.
Тик унан һуң беренсе көн
Михнәтен иҫкәртмәгән .

Элекке сельхоз-министр
Булған икән миллионер!
Миллионы аҡса түгел,
Гектар икән, йәғни, ер!

Феменистар талаптары
Бер аҙ йомшарырмы икән,
“Иҫәрҙәр” көнөн, үҙгәртеп,
“Иҫәркәй” көнө итһәк?

Юлға арҡыры ҡолаған
Ҡолас етмәҫ бер тирәк.
Был тирәкте бысыу өсөн
Нисә етәксе кәрәк ?

Буранбайҙы һағынғанда,
Ниязды һағындыра...
Мәһәҙиев яҙмалары
Көлөүҙән абындыра.

Хәҙерге саң һурҙырғыстар
Ҡулһыҙ ҙа эшләй икән.
Әсәйемә әпиргәйнем,
Ул уны ишле иткән.

Духтыр ағай, әйтсе миңә,
Ни булды был үҙемә...
Эш хаҡым шундай бәләкәй,
Һис күренмәй күҙемә.

“Яҙғы шарлауыҡтар булып
Урғыла хисем йәндә...”
Нисек түҙә Салауат ағай,
Матурлыҡ сисенгәндә?!

Бүләккә нимә бирергә,
Белмәһәң, ал колбаса.
Шәп бүләк: үҙең туяһың,
Һәм һинән бисәң ҡаса.

Шәлде беҙҙә “шал”, тигәндәр,
“Буя, – ти, берәү, – “шалла”.
Диалекттарҙы, өйрәнмәһәң,
Теләһәң, нисек аңла ...

Илгиз ИШБУЛАТОВ.


Возврат к списку