"Тасимов уҡыуҙары" бара

"Тасимов уҡыуҙары" бара

30.04.2023

Әлеге мәлдә Пермь крайының Ҡуян ауылында "Тасимов уҡыуҙары" тип аталған төбәк-ара ғилми -ғәмәли конференция бара.
Унда "Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина ла ҡатнаша. Сарала төбәк оҫталарының ҡул эштәре күргәҙмәһе лә тәҡдим ителгән.

Әйткәндәй, 2020 йылда "Аҡбуҙат" журналының 13-сө һаны тап ошо төбәк балалары өсөн нәшер ителде. Уның үҙенсәлеге шунда - ул Пермь крайы балаларының ижадына,.ошо төбәк тарихына арналғайны һәм ғәйнә диалектында донъя күрҙе.


Возврат к списку