"Ҙур этнографик диктант" яҙабыҙмы?

"Ҙур этнографик диктант" яҙабыҙмы?

31.10.2022

Уны урыҫ, инглиз, испан телдәрендә яҙырға мөмкин. 16 йәшкә тиклемге уҡыусыларға Рәсәй буйынса 20 һорау тәҡдим ителә. Эштәр 3 ноябрҙә акцияның рәсми сайтында - https://miretno.ru/ баҫыласаҡ.

Яуап биреү өсөн 45 минут ваҡыт бирелә. Яҙып бөткәс тә һөҙөмтәләрең күрһәтелгән электрон сертификат килеп сығасаҡ.

Һуңынан https://docs.google.com/forms/d/e/1FAIpQLSflFpdFh1Pzr.. һылтанмаһы буйынса форманы тултырыу мотлаҡ.

Әйткәндәй, былтыр Башҡортостан этнографик диктант яҙыусылар һаны буйынса беренсе буғайны: 347 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡайны.

Фото асыҡ сығанаҡтан.
Эльвира Әсәҙуллина


Возврат к списку