ҠАҺАРМАНЛЫҠ ХАҠЫНДА КИТАП
Бөйөк Еңеүгә баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш индергән, илебеҙгә 78 Советтар Союзы Геройы биргән легендар Башҡорт кавалерия дивизияһы һәм уның ҡаһарман командиры генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың исеме халыҡ күңелендә яҡты йондоҙ булып балҡый. Батырға Герой исеменең һуңлап булһа ла бирелеүе, һынының һәйкәл булып ҡайтыуы күп нәмә тураһында һөйләй: халыҡ азатлығы өсөн батырлыҡ ҡасан булһа ла үҙ баһаһын ала.
Башҡортостан Республикаһының, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең Ҙур әҙәби премияһы лауреаты, яҙыусы Флүр Ғәлимовтың “Генерал Шайморатов” тарихи романы “Ағиҙел” журналының 2021 йылғы 8-се һанында донъя күрҙе. Был романды яҙырға авторҙы Бөйөк Ватан һуғышында Тыуған илебеҙ һәм киләсәк быуындар өсөн йәндәрен фиҙа ҡылған ата-бабаларыбыҙҙың яҡты рухтары алдында замандаштарыбыҙҙың һәм шәхсән үҙенең оло бурысын таныу этәргән.
Ғөмүмән, кешенең бөйөклөгөнә һәм батырлығына мәҙхиә булған был китапта айырым бер шәхестең халҡыбыҙҙың ҡаһарманлыҡ йылъяҙмаһын ни тиклем байытыуы хаҡында бәйән ителә, фиҙакәрлеккә дан йырлана. Ошо быуындан-быуынға күсеп килгән изге бәйләнештәрҙе күрһәтеүе, илһөйәрлек тойғоларын тәрбиәләүе менән дә киләсәк быуындар өсөн әһәмиәтле ул.
Шуға ла билдәле яҙыусы Флүр Ғәлимовтың «Генерал Шайморатов» тарихи романының Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим ителеүе тәбиғи, һәм ул был маҡтаулы исемгә лайыҡ.
"Ағиҙел"дәр