“Аҡбуҙат” журналы сыға башлауға 30 йыл!!!

“Аҡбуҙат” журналы сыға башлауға 30 йыл!!!

18.12.2021

“Аҡбуҙат” журналы сыға башлауға 30 йыл!

“Аҡбуҙат” журналы сыға башлауға 30 йыл тулыу уңайынан “Торатау” Конгресс-холлында байрам сараһы үтте. Ул Башҡорт тарихы йылына йомғаҡ яһау, Республика ата-әсәләр форумы менән йәнәш барып, был мөһим ваҡиғаларға сағыу биҙәк өҫтәне.

Журналдың юбилейына арнап түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Һөйләшеүҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесек Эльвира Айытҡолова, Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов, “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто медиа-директоры Айнар Байбулатов, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан Яҙыусылар Союзы рәйесе Зәки Әлибаев, Мәғариф һәм фән министрлығының бүлек начальнигы Гүзәл Алмаева, баҫманың ветерандары Фәниә Айытҡолова, Мәрйәм Рәхмәтуллина, хеҙмәткәрҙәр ҡатнашты.

- “Аҡбуҙат” – ул Башҡортостан Республикаһының иң төп баҫмаһы. Республиканы бар иткән халыҡтың кескәй
граждандарын тәрбиәләгән журнал балаларҙа, уларҙың ата- әсәләрендә милли рух, әҙәбиәткә, тарихҡа, мәҙәниәткә һөйөү
тәрбиәләй, - тине сараны асып “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина.

Эльвира Айытҡолова үҙ сығышында Лариса Хашим ҡыҙының баш мөхәррир эшмәкәрлеген юғары баһалап, уның етәкселегендә журналдың яңы һулыш алыуын билдәләне, был йылдың Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан ойошторолған Ырыуҙар йыйыны менән әһәмиәтле булыуы, “Аҡбуҙат”тың был йәһәттән Ҡоролтай менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеүе хаҡында һөйләне.

- “Аҡбуҙат” – милләтебеҙҙе, милли матбуғатыбыҙҙы үҫтереүсе журнал. “Аҡбуҙат” журналын уҡып үҫкән бала артабан “Башҡортостан” гәзитен дә уҡыясаҡ, - тине Эльвира Ринат ҡыҙы.
Марат Ғәзизов үҙ сиратында Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының бар хеҙмәткәрҙәре исеменән журналды 30 йыллығы менән тәбрикләне.

- Был сараның тап Республика ата-әсәләр форумы менән бергә ойошторолоуы ҙур мәғәнәгә эйә, сөнки журнал балалар өсөн сыға. 30 йыл кеше ғүмере өсөн өлгөрөп еткән ваҡыт кеүек, баҫмалар өсөн сағыштырмаса аҙ кеүек, шулай ҙа “Аҡбуҙат” “бала ғына” булыуына ҡарамаҫтан, әллә нисәмә быуын тәрбиәләп өлгөргән. Журналдың беренсе һандарын уҡығандарҙың хәҙер килеп балалары “Аҡбуҙат”ты уҡый, - тине Марат Әсхәт улы.
Ул был журналда үҙ эшен яратҡан, уға мөккибән киткән кешеләрҙең тир түгеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды, журналдың ветерандарына, хеҙмәктәрҙәренә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

- Ысынлап та, “Аҡбуҙат” – үҙенсәлекле лә, үтә әһәмиәтле лә баҫма, сөнки беҙ барыбыҙ ҙа яҡшы аңлайбыҙ: бөгөн ошо балалар журналын алдырған кескәй кеше киләсәктә – “Аманат”ты ла, “Ағиҙел”де лә, “Шоңҡар”ҙы ла, төп милли баҫмабыҙ булған “Башҡортостан” гәзитен дә һәм башҡа милли баҫмаларҙы ла уҡыясаҡ, - тип ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе Башҡортостан Журналистар Союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов, - Республикабыҙ балалары өсөн шундай кәрәкле һәм зауыҡлы баҫманы әҙерләп сығарып, һеҙ ысынында, беҙҙең өсөн дә уҡыусылар әҙерләйһегеҙ. Милләтебеҙҙең киләсәге тап һеҙҙең журнал менән бергә үҫә, тәрбиә ала. Иманым камил: “Аҡбуҙат”ты уҡыған бала рухһыҙ ҙа, телһеҙ ҙә, киләсәкһеҙ ҙә булмаясаҡ!
"Аҡбуҙат" журналы


Возврат к списку