Ижади эштәр конкурсы

Ижади эштәр конкурсы

26.11.2021

«Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы Башҡорт теле көнөнә һәм М. Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыуға арналған "Һәр кем ғибрәт алһын тип, һүҙ һабағын һүтәмен" ижади эштәр конкурсын үҙенең Инстаграмм каналындағы сәхифәһендә иғлан итә. Күләме ҙур булмаған (2 бит, 1,5 интервал, 14 шрифт) ижади эштәрегеҙҙе (эссе, шиғыр, ҡобайыр…) электрон почтаға uch.bash@mail.ru адресы буйынса 5 декабргә тиклем ебәреүегеҙ һорала. Еңеүселәр билдәләнеп, уңышлы эштәр журнал биттәрендә, сайтта һәм социаль селтәрҙәрҙә (Бәйләнештә, Инстаграм) донъя күрәсәк.
Әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ!
"Башҡортостан уҡытыусыһы"


Возврат к списку