05.11.2023
Был республика конкурсын Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетындағы журналистика кафедраһы ойоштора. Ҡатнашыусылар ижади эштәрен рус һәм башҡорт телдәрендә тәҡдим итә ала. Яҙмалар түбәндәге журналистик жанрҙарҙың береһендә яҙылырға тейеш: хәбәр, репортаж, интервью, рецензия, корреспонденция, мәҡәлә, очерк. Конкурс материалдары талаптар буйынса эшләнгән булыуы мөһим, уларҙы 30 ноябрҙән дә ҡалмай konkurs.yunkor@gmail.com электрон почтаһына ебәрегеҙ.
(Саитбатталова Юлия Аликовна, Имангулова Аделина Рустемовна). Адрес: г. Уфа, ул. Заки Валиди, 32 (Факультет башкирской филологии, востоковедения и журналистики УУНиТ, ауд. 402 – кафедра журналистики).
"Йәшлек" гәзитенән