Журналдың Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премияһының лауреаты итеп ташланылар. Сәлмән Шәкирйәнович һыйлы табын әҙерләп торған, рәхәтләнеп һөйләшеп ултырҙыҡ. "Балаларҙың хәтере хәтәр", тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр, өлкәндәр онота һала, ә балалар юҡ, һәр яңылыҡты, һәр күргән-ишеткәнде күңеленә һалып ҡуя. Балаларҙың күңелендә ҡалыуыма шатмын. Ҙурлағандары өсөн барыһына ла оло рәхмәт. Йәшәһен, киләсәктә лә күпләп артһын, яңы уңыштарға өлгәшһен балаларҙы тәрбиәләүсе "Аманат"!
Хәйҙәр Тапаҡов
