Белем көнөндә данлы Бәләбәй башҡорт гимназияһы уҡыусыларын ҡотлау бәхете тейҙе, әл-хәмдүлилләһ! Тәжрибәле директор һәм педагог Дилбәр Ғайса ҡыҙы етәкләгән был уҡыу йортонда беренсе тапҡыр ғына түгелмен. Бәләбәй төбәге, шул тирәләге райондар өсөн рухиәт үҙәге булған, төрлө милләт балалары уҡыған гимназияла бик көслө уҡытыусылар коллективы тупланған һәм улар балаларға көслө белем бирә. Бында башҡорт рухы ла бик көслө. "Аманат" журналын уҡыусылар ҙа күп.
Бөгөнгө тантанала бында Шайморатов синыфы ла асылыуы һәм унда шул синыфта уҡыған төрлө милләт балаларының да атаҡлы "Шайморатов генерал" йырын саф башҡорт телендә йырлап тороуы, синыфҡа данлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы байрағының күсермәһе тапшырылыуы айырыуса тулҡынландырғыс күренеш булды.
Абруйлы гимназияға киләсәктә тағы ла ҙурыраҡ ҡаҙаныштар теләйем.
https://vk.com/yulan69