Айгиз Баймөхәмәтов "Эльбрус"ты яуланы

Айгиз Баймөхәмәтов "Эльбрус"ты яуланы

27.07.2022

Ошо көндәрҙә яҙыусыға Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһынан серле хат та килгән.
Был хаҡта Айгиз Ғиззәт улы шәхси сәхифәһендә яҙған. "Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһынан хат килеп төштө әле. Уларҙың "Менги-Тау" (Эльбрус) исемле төп әҙәби журналында повесым балҡар телендә сыҡҡан икән. Тәржемәсеһе - шағир Исмаил Бейтунанов. Рәхмәт уларға! Нальчикка күптән ҡунаҡҡа саҡыралар ине, хәҙер барырға сәбәп тыуҙы", - тигә яҙыусы. Әйткәндәй, бөгөнгө көндә "Ҡалдырма, әсәй!" повесы 15 телдә донъя күргән.

Венер Исхаков


Возврат к списку