Балалар "Аҡбуҙат" менән таныша!
"Аҡбуҙат" журналы Ж. Кейекбаев исемендәге 3-сө башҡорт гимназияһы ҡарамағындағы "Алтынай" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре менән осрашты.Сарала баш мөхәррир Лариса Абдуллина, һәр ваҡыттағыса, туған тел, ил тарихы, шәжәрә, иман төшөнсәләре тураһында һөйләне, һәр тәрбиәләнеүсегә "Аҡбуҙат" бүләк итте. Балалар ҙа осрашыуға әҙерләнеп килгән: шиғырҙар һөйләнеләр, йырланылар, викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр.
https://akbuzat-rb.ru/news/novosti/2022-10-07/balalar-a-bu-at-men-n-tanysha-2981151