Башҡорт теле яңы терминдар менән тулылана
“Фән һәм университеттар” милли проекты, Мәғариф һәм фән министрлығының “Өҫтөнлөк-2030” программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә башҡорт теленә яңы академик неологизмдар индерелде.
Был эште Башҡорт дәүләт университеты лингвистары башҡарған. Һөҙөмтәлә башҡорт теле ғилми-мәғариф тематикаһы буйынса 300 яңы термин менән байыны. Яңы лексика БДУ-ла лингвистик онлайн-сервис – башҡортса-русса-инглизсә аңлатмалы һүҙлек составына индерелгән. Уны файҙаланыу Башҡортостан студенттарына, уҡытыусыларға һәм ғалимдарға милли-мәҙәни мираҫты һаҡлап ҡалып, ғилми белемен киңәйтергә мөмкинлек бирәсәк.
https://bashkizi.ru/news/-u--iy-ili-tar/2022-07-04/bash-ort-tele-ya-y-termindar-men-n-tulylana-28619...