17.08.2023
????"Башҡортостан уҡытыусыһы" журналының баш мөхәррире Салауат Кәримов:
- 17 августа "Башҡортостан" дәүләт телевидениеһы һәм радиоһы компанияһының Рәсәй - Башҡортостан 24 телеканалында мәғариф буйынса Республика август кәңәшмәһе, яңы уҡыу йылындағы яңылыҡтар һәм үҙгәрештәр, Педагог һәм остаз йылында үткәрелгән саралар тураһында һөйләшеү ойошторолдо.
Республиканың ижтимағи-педагогик һәм фәнни-методик баҫмаһы булараҡ "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы үҙенең уҡыусыларына - педагогтарға: уҡытыусыларға, тәрбиәселәргә, ғөмүмән, мәғариф хеҙмәткәрҙәренә ниндәй яңылыҡтар әҙерләй, ниндәй конкурстар үткәрелә, ниндәй мәҡәләләр донъя күрәсәк - һүҙ шул хаҡта барҙы.
1 сентябрҙән республика матбуғат баҫмалары өсөн дә яуаплы осор башлана. 2024 йылға гәзит-журналдарға яҙылыу ойошторола.
Барлыҡ уҡыусыларыбыҙға - мәғариф хеҙмәткәрҙәренә теләгебеҙ: "өҫтәл китабы" булған "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналынан мәхрүм ҡалмағыҙ!