БАТЫРҘАРЫБЫҘҘЫҢ ДАНЫН КҮТӘРЕП, РУХЫН НЫҒЫТЫП!..

БАТЫРҘАРЫБЫҘҘЫҢ ДАНЫН КҮТӘРЕП, РУХЫН НЫҒЫТЫП!..

БАТЫРҘАРЫБЫҘҘЫҢ ДАНЫН КҮТӘРЕП, РУХЫН НЫҒЫТЫП!.. 22.05.2024

“Беҙ бергә” фестивале 300-ҙән ашыу спортсыны, ижадсыны йыйҙы
Гәзит – тәү сиратта, ҡағыҙ баҫма. Әммә бөгөнгө көндә “Ашҡаҙар” йәмғиәттә ҡала һәм республика кимәлендәге төрлө проекттары аша ла таныш. “Ашҡаҙар” гәзите аллеяһы”, “Ашҡаҙар” гәзите стипендияһы”, “Ашҡаҙар” гүзәле” һәм башҡалар. Бынан тыш бер нисә йыл дауамында беҙ Көрәш буйынса асыҡ ҡала турниры, шахмат буйынса шундай уҡ турнир ойоштороп киләбеҙ. Ә быйыл иһә махсус хәрби операция батырҙарына арналған һәм “Ашҡаҙар” гәзите приздарына “Беҙ бергә” спорт-мәҙәни фестивале ойошторолдо. Сарала махсус хәрби операцияла һәләк булыусыларҙың яҡындары һәм ундағы хәлдәрҙе үҙ күҙҙәре менән күргән хәрбиҙәр ҙә ҡатнашты. Әлбиттә, махсус хәрби операция ваҡиғаларын күңелендә илһөйәрлек, ватансылыҡ хистәре булған һәр кем үҙ йөрәге аша үткәрә. Был фестиваль дә гәзит биттәрендә баҫылған мәҡәләләр эстәлегенән сығып һуғарылған сара булып яралды. Айырыуса, йәшәп тә өлгөрмәгән йәштәрҙең батырҙарса һәләк булыуҙары бәғерҙе телә. Улар хаҡында хәтер беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланасаҡ. Баҫмабыҙ үткәргән сара – бының асыҡ дәлиле. Шул уҡ ваҡытта әлеге мәлдә фронт эсендә йөрөгән яҡташтарыбыҙ бихисап – “Беҙ бергә” улар менән бергә булыуыбыҙға ла ҙур ишара.
https://ashkadar.com/articles/y-m-i-t/2024-05-21/baty..?


Возврат к списку