БЕРГӘ БУЛДЫҠ – БЕРГӘ ҠАЛАЙЫҠ, ДУҪТАР!

БЕРГӘ БУЛДЫҠ – БЕРГӘ ҠАЛАЙЫҠ, ДУҪТАР!

27.05.2022

Хәҙерге заманды мәғлүмәт сараларынан тыш күҙ алдына ла килтереп булмай. Матбуғат, телерадиотапшырыуҙар, интернет көн һайын һуңғы яңылыҡтар, төрлө ваҡиға тураһында хәбәр итә. Әммә төплө мәғлүмәтте тик матбуғат ҡына бирә ала, гәзит-журналдар фекер алышыу өсөн үҙенсәлекле күпер ролен үтәй. "Бар яңылыҡтарҙы интернет аша беләбеҙ", - тип әйтеүселәр ҙә юҡ түгел. Әммә интернет тиҙ арала онотола торған мәғлүмәт бирә. Ә гәзит һүҙе уйландыра, аҡылға үтеп инә, проблеманы хәл итергә ярҙам итә. Ҡулға "Стәрлебаш шишмәләре" гәзитен алып, бар мәҡәләләрҙе йөрәгең аша үткәреп, уҡып сығыуға ни етә! Гәзит биттәрендә район халҡының хәле, тормошо, ваҡиғалар сағылдырыла. Ул беҙҙең рухи хазинабыҙ, районыбыҙҙың йөҙө!
“Стәрлебаш шишмәләре” гәзитенә 2022 йылдың икенсе яртыһына яҙылған һәм уның квитанцияһын “Бүләк уйнатыуға” тигән билдә менән редакцияға ебәрергә һәр кемдең төп бүләк – бер машина утын отоу мөмкинлеге бар. Был берҙән-бер бүләк түгел! Гәзиткә яҙылыусыларҙы һөйөндөрөрлөк башҡа төрлө бүләктәр ҙә күп буласаҡ!
https://vk.com/feed?w=wall494615045_21830


Возврат к списку