Бигерәк даланлы апай булып сыҡты
Баҫылған хикәйәләр, Әхмәр Үтәбайҙың «Мең дә бер күҙәтеүем» тигән яҙмалары бик оҡшай. Яңылыҡтары менән дә танышам. Әсәйем иң беренсе «Был аҙнала беҙҙе...» «Уйландырҙы», «Аптыратты», «Шаҡ ҡатырҙы», «Ҡайғыртты»ны уҡыуҙан башлай, – ти Белорет районының Инйәр ауылынан гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы Хөснә Абдрахманова.
Ул «Аҙна һайын – бүләк» уйынында сәй сервизын отҡайны. Редакцияға бүләген килеп алғанда үҙе менән яҡынданыраҡ таныштыҡ. Бигерәк даланлы апай булып сыҡты. Өс-дүрт йыл элек «Йәшлек» гәзитенә яҙылып, глюкометр отҡан. Үткән йылда район гәзите «Урал»дан шөрөп йыйылмаһы алып, ҡыуанған.
– Күп фатирлы йортта йәшәйем. Беҙҙең йорттан бер мин генә яҙылам. Бүтән бер кем дә алдырмай. Күршеләргә әйтеп, ҡарайым, юҡ алдырмайҙар инде. Подписка башланыу менән тәүгеләрҙән яҙылып ҡуям. Ун көнлөктө лә көтөп тормайым. Ғүмер буйы яратып уҡыған гәзитем шулай сығыуын дауам итһен, яҙылыусылары күп булһын, – тип изге теләктәрен дә еткерҙе апай.
Гөлназ Шәйхетдинова