Еңеүсегә — ҡаҙ бәпкәләре!
Баймаҡ районы "Һаҡмар" гәзите Көлкө көнө алдынан гәзит уҫыусыларын әүҙемләштереү маҡсатында бик ҡыҙыҡлы конкурс иғлан иткән.
"ВКонтакте" селтәрендәге "Һаҡмар" гәзитенең махсус битендә инеп, үҙең сығарған көлкөлө таҡмаҡты яҙып ебәреү шарт. Еңеүсегә — шәхси эшҡыуар "Байрамғолова Г.З." КФХ-һынан - ҡаҙ бәпкәләре. Еңеүсе төркөмдәштәрҙең тауыш биреү кимәленә ҡарап билдәләнер. Ҡатнашыусыларға уңыштар теләп ҡалайыҡ!
https://vk.com/hakmar.gazeta