Еңеүсегә бүләге барып еткән!

Еңеүсегә бүләге барып еткән!

14.02.2023

Еңеүсегә бүләге барып еткән

Гәзитебеҙҙең “Бәйләнештә” социаль селтәре төркөмөндә үткәрелгән милли биҙәүес уйнатыу конкурсында беренсе урын алған ҡатнашыусыбыҙ менән таныштырабыҙ. Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Муса ауылында йәшәүсе Рита Ғәлиәхмәтоваға бәхет йылмайҙы. Уға бағыусыбыҙ Аиша Мәмбәтова эшләгән селтәр эләкте. Өфөлә эшләгән улы әсәһенең бүләген алып ҡайтып еткерҙе лә.

Еңеүсебеҙ бүләгенә бик ҡыуанып, ҙур рәхмәт еткерҙе. Рита апай социаль хеҙмәткәр булып эшләй, мәҙәни сараларҙа ла ҡатнашып өлгөрә икән.

Фото: vk.com/id539348229


Возврат к списку