Кеҫә телефонын "һыйпап", интернеттан яңылыҡтар ҡарағансы, ҡыштырлап торған яңы гәзитте ҡулыңа алып уҡыуҙан да ҙурыраҡ кинәнес юҡтыр. Ҡыҙыҡлы хикәйәләр, күңелгә үтерлек шиғырҙар, һаулыҡ, дин, баҡса буйынса көндәлектә кәрәкле кәңәштәр, фәһемле фекерҙәр, өлгөлө кешеләр, шәхестәр тураһындағы һүрәтләмәләр, инервьюлар - барыһы ла бар бында. Кәрәк икән, гәзитте һаҡлап ҡуйып, яңынан уҡып алаһың, үҙеңә кәрәкле яҙмаларҙы йыйып барһың. Матбуғатты бер нәмә лә алмаштыра алмай. был фекер менән беҙҙең гәзит уҡыусыларыбыҙ килешер.
Гәзитебеҙ ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу кампаниһында үҙенең уҡыусыларын дәртләндереү маҡсатында " аҙна һайын бүләк" уйыны иғлан иткәйне. республиканың район, ҡалаларынан бөтәһе 704 хат алдыҡ. килгән квитанцияларға номерҙар ҡуйып, уларҙы лототронда әйләндереп, еңеүселәрҙе һайланыҡ. отош уйыны, ғәҙел ьулһын өсөн, "Бәйләнештә" селтәрендәге "Йәшлек" гәзите төркөмөндә "тура эфир"ҙа барҙы.
төп призды - бензин менән эшләй торған триммерҙы Йылайыр районының Юлдыбай ауылынан әүҙем хәбәрсебеҙ, кроссворд оҫтаһы Фәрит Рәмов отто.
Хәйбулла районының Мәмбәт ауылынан Сәлимә Ҡарабаева бензобысҡы эйәһе булды.
Ейәнсура районы Биштирәк ауылынан Фирүза Аҡъюлованың өлөшөнә шөрөп борғос, Салауат районынан Хәлиҙә Йәнмырҙинаға, Баймаҡ районының Сәйғәфәр ауылынан Нәзирә Алсынбаеваға Ҡаҙан төштө. Уйында Йылайыр районының Балапан ауылынан Фәрхәнә Мөстәхетдиноваға - блендер, Әбйәлил районының Иҫке Балапан ауылынан Урал Сөләймәновҡа - манты бешергес, ошо уҡ райондан Әбделмәмбәт ауылынан Факиһа Килдейәроваға сәй сервизы эләкте.
Еңеүселәрҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм приздарын алыу өсөн редакцияла көтәбеҙ
Зөһрә Йәһүҙина "Йәшлек" газетаһы