Эш сәфәре менән Баймаҡҡа

Эш сәфәре менән Баймаҡҡа

16.03.2022

Баймаҡта матур эш сәфәрендә йөрөп ҡайттым. Яҡташтарым мине районыбыҙҙа йәш хеҙмәткәрҙәр араһында уҙғарылған конкурсҡа жюри ағзаһы итеп саҡырҙы - тип бүлешә Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙы үҙенең ВКонтакте селтәрендәге сәхифәһендә.

Финалға сыҡҡан 12 кеше араһында уҡытыусы, һатыусы, логопед, тәрбиәсе һәм башҡа һөнәр эйәләре бар ине. Улар үҙҙәренең хеҙмәттә тапҡан бәхете хаҡында һөйләне, һөнәренең өҫтөнлөгөн күрһәтергә тырышты, эш урынының киләсәген күҙалланы.

Егеттәр араһында район дауаханаһында медбрат булып эшләүсе Данил Сафиуллин, ҡатын-ҡыҙҙар араһында тәрбиәсе Илүзә Үтәғоловалар гран-приға лайыҡ булды. Ә "Ватандаш" журналының махсус призын мин Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы уҡытыусыһы Юлиә Абдрахмановаға тапшырҙым.

Конкурс район хакимиәтенең йәштәр бүлеге тарафынан быйыл икенсе тапҡыр үткәрелде. Районыбыҙҙа өлгөр һәм әүҙем йәштәрҙең күп булыуы, уларҙың күңел асыуға ғына ҡоролмаған, йөкмәткеле һәм мәғәнәле саралар ойошторорға тырышыуы бик һөйөндөрә.

#Баймағымтыуғаняғым


Возврат к списку