30.11.2023
Башҡортостан Республикаһы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев башлап ебәргән #Изгеподписка акцияһына ҡушылып, Күгәрсен ауылында йәшәүсе мәғариф ветераны, баҫмабыҙ менән күп йылдар хеҙмәттәшлек иткән ҡәләмдәшебеҙ Маһинур Әхмәт ҡыҙы Мозафароваға “Ейәнсура таңдары” гәзитен яҙҙырам.
✔ Үҙ сиратымда эстафетаны район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов менән хеҙмәттәшем, “Ейәнсура таңдары” гәзитенең бүлек мөдире Айгөл Ҡылысбаеваға тапшырам.
☝ Әйткәндәй, #Изгеподписка акцияһына теләгән һәр кем ҡушылып, хеҙмәт ветеранына, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләһенә, күп балалы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә йәки туғандарына “Ейәнсура таңдары” гәзитен бүләк итә ала. ???? Әйҙәгеҙ, яҡташтар, изге эшкә әүҙем ҡушылайыҡ!
#добраяподписка
Әлмира Әйүпова,
"Ейәнсура таңдары" газетаһының баш мөхәррире