Гәзиткә яҙылып бер машина утын отҡандар

Гәзиткә яҙылып бер машина утын отҡандар

13.10.2021



Ғәҙелбай ауылында "Гәзиткә яҙылыусы көнө" үтте, тип яҙғайныҡ инде. Супер приз — бер газель ярылған утын ине. Уны ауылдың старостаһы Илнур Мостафа улы Йәндәүләтов бүләк итергә вәғәҙә биргәйне. " Һаҡмар" гәзитенә бер йылға яҙылған Роза һәм Һөйөндөк Ишморатовтар утынды бөгөн барып алды. Афарин!
Илнур Мостафа улына кешеләрҙе ҡыуандырған кеүек үҙенә лә тик һөйөнөстәр кисереп йәшәргә яҙһын!
Гүзәл Иҫәнгилдина-Сәлихова "Һаҡмар" газетаһы.


Возврат к списку