Халыҡ яҙыусыһы һалған юлдан

Халыҡ яҙыусыһы һалған юлдан

24.03.2023

"Конференцияла журналыбыҙҙың баш мөхәррире, шағирә Лариса Абдуллина, филология фәндәре докторы Миңлеғәли Нәҙерғолов, тарихсы, журналист, тарих фәндәре кандидаты Салауат Хәмиҙуллин ҡатнашты.

"Фәнни майҙан" Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимовҡа арналды. Сара сиктәрендә балалар күренекле яҡташтарының тормошона, ижад юлына байҡау яһаны, үрҙә һанап үткән мәртәбәле фән һәм әҙәбиәт эшмәкәрҙәренең сығышын тыңланы, үҙҙәре лә ғилми эштәре менән таныштырҙы.

Уҡыусылар яҙыусының ижадын һынлы сәнғәттә лә сағылдырған. Айһылыу Әхмәтова Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимовтың "Өйөрмә" романы буйынса һүрәт төшөргән.

Конференция сиктәрендә Әхиәр Хәкимовҡа арналған асыҡ дәрес тә уҙҙы. Был хаҡта тулыраҡ видеояҙмала ҡарағыҙ", - тиелә Айгөл Ғәбитованың яҙмаһында.

#ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #курултай #әҙәбиәт #литература #шәхестәр #ДәүләкәнРайоны #ДавлекановскийРайон #Аҡбуҙат
https://vk.com/public175756454


Возврат к списку