
Билдәле булыуынса, 1 сентябрҙән 2022 йылдың 1-се яртыһына матбуғатҡа яҙылыу старт алды.
Ошо ваҡиға айҡанлы редакциялар һәм Почта хеҙмәткәрҙәре әүҙем эш башланы. Шул иҫәптән Баймаҡ районы “Һаҡмар” газетаһы Төркмән ауылы мәктәбе менән берлектә “Газетаға иң беренсе булып яҙылыусы көнө” акцияһын ойошторҙо.

“Зәһүрә Ҡаһарманова етәкләгән Төркмән мәктәбе гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы һәм терәге булып тора. Һәр подписка осоронда төркмәндәр коллектив менән "ҺАҠМАР"ҒА яҙыла. Зәһүрә Сәғәҙәт ҡыҙы был юлы ла уңғанлыҡ күрһәтте –“ Районда иң беренсе булып Гәзиткә яҙылыусы көнө” ойошторҙо, халыҡты ла әүҙем йәлеп итте.Барлығы 25 кеше гәзиткә яҙылды.
Юғары күрһәткестәргә өлгәшкәне, Моҡас ауыл биләмәһенең тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны өсөн З.Ҡаһарманова Ҡоролтайҙың Маҡтау грамотаһына лайыҡ булды.Эшҡыуар Гөлнара Ғайсина ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны һәм 70 йәшлек юбилейы айҡанлы Ҡоролтайҙың Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Гәзиткә яҙҙырыуҙы әүҙем ойошторғаны өсөн Төркмән почта бүлексәһе начальнигы Рәйсә Харрасоваға Баймаҡ мәғлүмәт үҙәгенең Рәхмәт хаты һәм бүләге тапшырылды”,– тип белдерҙе Баймаҡ мәғлүмәт үҙәге директоры Сәлихова Г.С.
