Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетының 4-се курс “Педагогик белем биреү” йүнәлеше студенттары шағирә, Шәйехзада Бабич исемендәге премия лауреаты, “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире Гөлназ Мират ҡыҙы Ҡотоева менән осрашыуҙа булдылар. Был сара Бөтә донъя шиғриәт көнөнә бағышланды. Гөлназ Ҡотоева үҙенең тормош юлы тураһында һөйләне, ижад емештәре менән таныштырҙы, әҫәрҙәр яҙыу серҙәрен асып бирҙе. Осрашыуҙа шулай уҡ шағирә, журналист, Әнғәм Атнабаев исемендәге премия лауреаты Ләйсән Кәшфи ҙә ҡатнашты һәм үҙенең шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Аралашыу йәнле барҙы, ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булды, студенттарҙа онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы.

https://vk.com/club201842946