Бөгөн БЮТ каналының иртәнге “Сәләм” тапшырыуында "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналының баш мөхәррире, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре Салауат Ғайса улы Кәримов менән әңгәмә ойошторолдо.

Оҙайлы пандемия осоро мәғариф сиситемаһы өсөн бик ҡатмарлы, бигерәк тә уҡыусылар өсөн онлайн уҡыуҙар дәрестең йөкмәткеһенә инеп китеүҙе ҡатмарлаштыра, шулай ҙа процесс туҡталмай. “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы, уҡытыусы эшенең төп ярҙамсыһы булараҡ, килеп тыуған пандемия осоронда нисек эшләргә тигән темаларға һәр һан һайын мәҡәләләр башҡорт телендә лә, рус һәм башҡа телдәрҙә лә сығып бара. Ижади эшләгән уҡытыусы өсөн эшендә уңышлы ҡулланырлыҡ бик күп материалдар баҫыла. Республикала сыҡҡан берҙән-бер педагогик баҫма булараҡ, журнал мәктәп уҡытыусылары тураһында ғына тугел, педагогия ветерандары, юғары уҡыу йорттары ғалимдары, арҙаҡлы замандаштарыбыҙ, уңышлы эшләгән йәш уҡытыусылар хаҡында ла яҙа. Журналда мәктәпкәсә белем биреүҙән башлап, өҫтәлмә белем биреү үҙәктәре ҡулланыу мәғлүмәттәр тупланған.
Беҙҙең Республикалағы педагогтарҙы әҙерләүсе төп уҡыу йорто булып торған М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән уҡыу йылы буйына журнал бәйләнешен өҙмәй, туранан-тура хеҙмәттәшлек итә. Бөтә төр предметтарҙы ла күҙ уңында тотоп, кафедралар, институттар менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Әйткәндәй, был айҙа беҙҙең журнал БДПУ-ның 55 йыллыҡ мәртәбәле юбилейы айҡанлы махсус һанды сығарырға әҙерләнә.
Республика матбуғатын алдырыусылар араһында йылдан-йыл бик матур йолаға әүерелгән “Яҙыл да бүләк от” конкурсы уҙғарылып килә. Был конкурстың иң әүҙем ҡатнашыусылары һәм еңеүселәре булып “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналын уҡыусылар тора. Бынан тыш, журнал эсендә лә “Уҡытыусылар династияһы”, “Педагогик оҫталыҡ” конкурстары уҙғарыла. Ә оҙаҡламай журнал Башҡортостан республикаһы Мәғариф министры һәм Мәғарифты үҫтереү министрлығы хуплауы менән, Баймаҡ районы хакимиәте, Баймаҡ районы мәғариф бүлеге ҡатнашлығында заманыбыҙҙың көслө шәхесе Т.Х. Аслаевтың 100 йыллығына арналған “Методик оҫталыҡ мәктәбе” тигән конкурсты иғлан итә. Мәл менән файҙаланып, педагогтарҙы әүҙем ҡатнышырға саҡырабыҙ. Конкурс барышы, ҡатнашыусылар эшмәкәрлеге журналда яҡтыртылып барыуы көтөлә.