"Таң" менән изгелек ҡыл!"

"Таң" менән изгелек ҡыл!"

"Таң" менән изгелек ҡыл!" 02.10.2024



2025 йылдың беренсе яртыһына матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы дауам итә. Был осорҙа "Таң" гәзитенең тиражын һаҡлап ҡалыу йәһәтенән төрлө акциялар үтә.

Бөгөн район хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов "Таң" менән изгелек ҡыл!" акцияһына старт бирҙе. Ул районыбыҙҙың иң оло, хөрмәтле кешеләренең береһе Бикбулатова Сабира инәйгә "Таң"ға подписка бүләк итте.

- Үҙ аллы донъя көткән, район-ил тормошонда барған хәл-ваҡиғаларға ҡыҙыҡһыныуын юғалтмаған йөҙйәшәр райондашыбыҙға һоҡланам, киләсәктә лә бәхетле - һаулыҡлы ғүмер теләйем.
Башҡа райондаштарыбыҙҙы ла ошо изге акцияға ҡушылырға саҡырам.Үҙебеҙҙең район тормошон һәр яҡлап яҡтыртып килгән, уның көҙгөһө булған "Таң"ға әүҙем яҙылайыҡ!, -ти Ғәзиз Миңлеәхмәт улы.

Акцияны район Хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Венера Фәрит ҡыҙы Вәлиева ҡабул итеп алды.

Сығанаҡ: "Таң" гәзите
#Таңгәзите
#Изге_подписка
#Добрая_подписка


Возврат к списку