2022 йылдың 19 мартында “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2022” регион-ара конкурсының финалы үтәсәк.
Конкурста Башҡортостан, Татарстан республикаларынан, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән, Ханты-Манси автономиялы округынан барлығы 75 уҡытыусы үҙ көсөн һынап ҡарай. Уларҙың унауһы финалда - “БАШҠОРТ ТЕЛЕ ҺӘМ ӘҘӘБИӘТЕ ЙЫЛ УҠЫТЫУСЫЛАРЫ МЕНӘН ПРЕСС-КОНФЕРЕНЦИЯ”ла ҡатнашасаҡ.
Конкурстың ойоштороу комитеты пресс-конференция сиктәрендә “Башҡорт теле уҡытыусыһына һорау бир!” акцияһын иғлан итә.
Башҡорт теленә, мәҙәниәтенә, тарихына, тәрбиә һәм белем биреү мәсьәләләренә бәйле һорауҙарҙы һәр кем: уҡыусы, уҡытыусы, ата-әсәләр, журналистар, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре – кемдәр теләй, барыһы ла бирә ала!!!
Бының өсөн һорауығыҙҙы видеоға яҙҙырыуығыҙ һәм rsentr@inbox.ru электрон почтаһына ебәреүегеҙ һорала.
Иң ҡыҙыҡлы һәм көнүҙәк һорауҙар “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусылары менән пресс-конференция”ла яңғыраясаҡ.
https://vk.com/r.sentr?w=wall-182687918_17832