Урал аръяғы райондарында беҙҙең осрашыузар бара

Урал аръяғы райондарында беҙҙең осрашыузар бара

26.03.2025


Урал аръяғы райондарында беҙҙең осрашыузар бара. Кисә Сибай ҡалаһында, Йылайыр районында балалар баҡсалары эшмәкәрлеге менән таныштыҡ, мәғариф өлкәһе вәкилдәре, ата-әсәләр, балалар баҡсалары хеҙмәткәрҙәре менән осраштыҡ.

Сибай ҡалаһында беҙ "Ҡурай", "Әкиәт" балалар баҡсаларын ҡараныҡ. Һәр ерҙә лә тәрбиәләселәр мөғжизәсе кеүек: балалар баҡсаһында балаларға әкиәти мөхит, милли рух тыуҙырыр өсөн улар нимә генә уйлап тапмай. Бөтәһе лә балалар баҡсалары хеҙмәткәрҙәре фантазияһына таянып атҡарыла.

Йылайыр районында беҙ "Ҡояшҡай", "Аҡ сәскә" балалар баҡсаларын ҡараныҡ. Кескәйҙәр беҙҙе шиғырҙар, йырҙар менән ҡаршы алды.

Лариса Абдуллина,
"Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире


Возврат к списку