Ватандаш журналының 3-сө һаны донъя күрҙе

Ватандаш журналының 3-сө һаны донъя күрҙе

15.03.2022

Ватандаш журналының 3-сө һаны донъя күрҙе.

Тышлыҡта - былтыр "Мисс и мистер Российского студенчества" конкурсында "Мисс Грация"номинацияһында Гран-при яулаған Ләйлә Шәкүрова. Гүзәл замандашыбыҙ, Әлшәй ҡыҙы хаҡында мәҡәлә һеҙҙең дә күңелдәрегеҙҙә матурлыҡҡа, камиллыҡҡа ынтылыш уятһын.

"Зөләйха күҙҙәрен аса" тигән әҫәрҙә хәл-ваҡиғалар кулак тип Себергә һөрөлгән кешеләрҙең махсус поселениелағы тормошо тураһында бара. Шундай уҡ ауылдар беҙҙә лә булғанын белә инегеҙме? "Спецпоселения в Башкирии" тигән мәҡәлә, моғайын, һеҙҙе битараф ҡалдырмаҫ.

Билдәле ғалим, башҡорт компьютер лингвистикаһына юл ярыусыларҙың береһе Зиннур Сиражетдинов тураһында мәҡәлә "Тел һағында торған физик" тип атала. Ни өсөн шулай тип аталғанын мәҡәләне уҡып сыҡҡас белерһегеҙ.

"Әҙәби мөхит"тә билдәле әҙибә Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

"Ватандаш" журналы менән мәғлүмәтле һәм мәҙәниәтле булығыҙ, дуҫтар!
"Ватандаш" журналы


Возврат к списку