ЙӘШТӘР МЕНӘН ИЖАД, РУХ ХАҠЫНДА
"Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире, шағирә Лариса Абдуллина, журналдың бүлек мөхәррире, шағирә Айгөл Йәмилева-Ғәбитова Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институты студенттары менән осрашты.
Улар педагогика факультетынан, буласаҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте, сит телдәр, башланғыс класс уҡытыусылары, буласаҡ тәрбиәселәр. Араларында шиғриәт, әҙәбиәт, ғөмүмән, ижад, матбуғат менән ҡыҙыҡһынғандар ҙа бар. Мәҫәлән, Әлиә Әбделғазина йәш авторҙар өсөн күптән түгел Өфөлә үткән "Ҡаһарман" арт-коучингы ҡатнашыусыһы, киләсәктә үҙен журналистикала күрә.
Лариса Абдуллина студенттарға шиғриәт, шиғыр яҙыу ҡанундары хаҡында һөйләне:
— Шиғриәт — ул күңел торошо, энергетика. Мин бәләкәй саҡта Венер Йәнбәков шиғырҙарымды тикшерә лә, ритм, рифма яғынан иҫкәртмәләр яһай, шиғыр — ул тауар, образдарың матур, әммә уларҙы матур итеп "кейендерә" белмәйһең тиер ине. Төрлөсә була, әммә барыбер кеше камил тауар ярата, шиғыр ҙа тулы, төҙөк булырға тейеш.
Айгөл Йәмилева ла йәштәргә теләктәрен еткерҙе, залда йыйылғандарҙың араһынан кемдең шиғыр яҙыуы, яҙмышын журналистика һөнәре менән бәйләргә теләүе менән ҡыҙыҡһынды.
— Шағир кеше бөгөн медиалы булырға тейеш. Заманаһы шул — хәҙер мәғлүмәтте кеше барыбер күберәк аудио һәм видеоформатта ҡабул итеүҙе өҫтөн күрә, бигерәк тә, йәш быуын. Шуға шиғырҙарҙы китапҡа баҫтырыуҙан, уҡыуҙан тыш уларҙы аудиойыйынтыҡ итеп тә, видеоклиптар форматында ла уҡыусыға тәҡдим итәм, - тине ул. Айгөл шулай уҡ үҙ сығышында хәҙерге заманда эскерһеҙлек, ихласлыҡтың модала булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды, йәштәрҙе лә ошо сифаттарға, донъяға асыҡ ҡараш менән бағырға өндәне, телмәрен шиғырҙар менән тамамланы.
Лариса Абдуллинаның "Шиғыр яҙып байып буламы?" тигән һорауына залдан яуап яңғыраны: "Була матди байлыҡ, була рухи байлыҡ". Был яуаптың авторы Әлиә Рәхимғолова, уға, үрҙә телгә алған тағы ла бер Әлиәгә Лариса Абдуллина иҫтәлеккә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сығарған Миңлеғәле Шайморатов һәм 112-се башҡорт атлы дивизияһы хаҡында китаптар бүләк итте.
Һөйләшеүҙә илһөйәрлек темаһы ла күтәрелде, йәштәргә Тыуған илдең берҙән-бер булғаны хаҡында әйтелде. Башҡорт рухы тураһында ла һүҙ барҙы.
— Башҡорт рухы — ҙур рух, кәрәк ваҡытта үҙен белгертә, зиһенде яҡтырта торған тойғо, - Лариса Абдуллинаның ошондай һүҙҙәре менән тамамланды осрашыу.
Был осрашыуҙы ойошторған институттың матбуғат бүлеге етәксеһе Рәүилә Хәсәноваға ҙур рәхмәт!
Айгөл Ғәбитова, автор фотолары.