Юғалған ауылдар эҙенән

Юғалған ауылдар эҙенән

Юғалған ауылдар эҙенән 18.09.2024



Гәзит уҡыусыларҙы баҫма матбуғатҡа ғына түгел, гәзиттең социаль селтәрҙәренә лә йәлеп итеү, уның тиражын һаҡлап ҡалыу, сайттың популярлығын үҫтереү, уҡыусыларҙың һанын арттырыу өсөн ҡыҙыҡлы проекттар кәрәк. Ошо турала әле Сочиҙа барған "Бөтә Рәсәй" журналистар форумында спикер Рәсәй Журналистары союзы секретары, "Журналистика һәм медиарынок" журналының баш мөхәррире Владимир Касютин етәкселек иткән "Рәсәй матбуғатында иң яҡшы проекттар" секцияһында грант отҡан проекттар тураһында ҡыҙыҡлы сығыштар булды.

Красноярск крайының "Грани" гәзите баш мөхәррире Наталья Долотованың сығышы бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булды.

- "Юғалған ауылдар тауышы" исемле проектыбыҙ грант отоп гәзиттең матди хәлен яҡшыртты. Улай ғына ла түгел, проект оло быуын кешеләрендә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.

Гәзиттең сайтында һәм социаль селтәрҙәрендә күптәр проектҡа ыңғай баһа бирҙе, үҙҙәренең фекерҙәрен белдерҙе. Проект гәзиткә лә, уның социаль селтәрҙәрендәге төркөмдәренә лә уңыш килтерҙе.

Гәзит коллективтарын ижади проекттар өҫтөндә эшләргә һәм ҡыҙыҡлы проекттар тәҡдим итергә саҡырам. Башҡортостанда ла 70-80 йылдарҙа киләсәге юҡ ауылдар иҫәбенә индерелгән бик күп ауылдар юҡҡа сыҡты.

Ошондай проекттар беҙҙең республика гәзиттәрен дә ҡыҙыҡһындырыр.
Ауылдар юҡҡа сыҡһа ла, халыҡ хәтере мәңгелек.


Сатура Минһажитдинова


Возврат к списку