Юбилейға – ике китап!

Юбилейға – ике китап!

05.12.2021

Юбилейға – ике китап!


З.Вәлиди исемендәге Милли китапханала тарих фәндәре докторы, профессор Нәзир Мырҙабай улы Ҡолбахтиндың китаптарының исем туйы булып үтте. “Предводители Крестьянской войны 1773-75 годов” исемле китапҡа ингән фәнни мәҡәләләр уҙған йылда беҙҙең журналда донъя күргәйне. Улар өсөн ғалим 2020 йылда баҫманың лауреаты итеп билдәләнде.

– Ошо китап менән был темаға нөктә ҡуям, – тине үҙенең сығышында тарихсы. – Әле мин Табын ырыуы кешеләре тураһында китап өҫтөндә эшләй башланым. Һөҙөмтәһе хаҡында 85 йәшем тулғанда отчет бирермен.

Китаптың икенсеһе юбилярҙың үҙенә арналған. “Летописец родного края” тип атала ул. Баҫмаға ғалимдың фәнни ижадын асыуға ярҙам иткән мәҡәләләре, интервьюлары, биографияһы тураһында мәғлүмәт ингән.

Сарала ҡатнашыусылар 80 йәшлек юбилейын билдәләгән ғалимдың тарихтың төрлө жанрҙарында ла емешле эшләүен, фәнни ижадының бай булыуын, архив материалдарына нигеҙләнеп ифрат мөһим темаларҙы асып һалыуын билдәләне.

–Нәзир Мырҙабай улының аҡыл зирәклеге шунда: ул йәмғиәттә барған процестарға ҡыҫылмай ғына тарих менән шөғөлләнде, тарихи ваҡиғаларҙың асылын, әһәмиәтен күрһәтте, – тине Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рәил Әсәҙуллин.

Тарих фәндәре докторы, профессор Айтуған Аҡманов Ҡолбахтиндың китаптарының ҡиммәте һәр осорҙа ла ижтимағи-сәйәси ваҡиғаларҙы социаль иҡтисади шарттар барлыҡҡа килтереүенә иғтибарҙы йәлеп итеүендә тип билдәләне. Профессорҙың шәп лектор, төплө ғалим һәм өс ул үҫтергән бына тигән атай булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Нисек йәшәргә кәрәклеген күрһәткән өлгө ул, тип атаны уҡытыусыһын Айтуған Ирек улы.

Башҡортостан архив эштәре идаралығы етәксеһе Илһам Фәтҡуллин, филология фәндәре докторы Ғиниәт Ҡунафин, медицина фәндәре докторы Марс Юлдашев, журналистар Фәнил Ҡоҙаҡаев, Сәрүәр Сурина һ.б. ҙур ғалим, ҙур педагог, халҡым тип йән атып йәшәгән уҙаманды юбилейы һәм яңы сыҡҡан китаптары менән ҡотланы, ныҡлы сәләмәтлек һәм оҙон ғүмер теләне. Мин редакциябыҙ исеменән журналыбыҙҙың иң аҡыллы, иң абруйлы авторҙарының береһенә Рәхмәт хаты тапшырҙым. Яҡташтары – Ҡырмыҫҡалы районы вәкилдәре Нәзир Мырҙабай улына райондың Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев исемендәге премияһын тапшырҙы.

–Мин 5 тапҡыр үлемдән ҡалдым, – тип хәтирәләре менән бүлеште юбиляр. – Тәүге тапҡыр 1941 йылдың декабрендә әсәйем мине тыуҙыра алмай иҫен юғалтҡас, уны йылытылмаған бүлмәгә сығарып һалалар. Икенсе тапҡыр 16 йәштә урманда туңып, 3 ай дауаханала ятып сыҡтым. Унан һуң производство йәрәхәттәре булды.

Производство тигәндән, тарихсы-ғалим нефть техникумын тамамлап, хеҙмәт юлын нефть идаралығында слесарь булып башлай. Торараҡ нефть ҡоролмаһының начальнигы итеп тәғәйенләнә.

Ул артист булып та китә алыр ине. Сөнки был уның хыялы була. Уҡыған саҡта йыр, бейеү, драма түңәрәктәренә йөрөй, концерттарҙа ҡатнаша. Ә бер мәл ҙур ғына комиссия уны Мәскәүҙәге Щукин исемендәге училищеға уҡырға ебәреү өсөн һайлап ала.

Яҙмышы уны режиссерлыҡҡа этә биреп тә ҡуя. Уға Ленинград театр институтына йүнәлтмә бирәләр.

Ләкин Ҡолбахтин урау юлдар аша фәнгә килә һәм үҙенең урыны фәҡәт фәндә икәнен аңлай. Әйткәндәй, юбилярҙың улы Илдар Нәзир улының “Беҙҙең Ҡолбахтиндар нәҫелендә ир-егеттәр яратмаған эш менән шөғөлләнә алмай”, – тиеүе күп нәмә тураһында һөйләй.

–Мин кешеләр урлаша, алдаша һәм хәйләләшә белмәгән йәмғиәттә йәшәнем, шуға ла урлашырға, алдашырға һәм хәйләләшергә өйрәнмәнем, – тине йомғаҡлау һүҙендә юбиляр. – Ата-әсәйемә рәхмәт: иммунитетлы һаулыҡ биргәндәр. Алда эш күп, эшләргә кәрәк!

Шуныһын айырып әйтке килә: китаптарҙы сығарырға тарихсыға рәхмәтле уҡыусылары, фекерҙәштәре һәм коллегалары ярҙам иткән. Ғалим һәм педагог кешегә шунан да ҙурыраҡ бүләктең булыуы мөмкинме?!

Рәшиҙә МӘҺӘҘИЕВА.

Илгиз РАФИҠОВ фотолары.


Возврат к списку