Юбилейың менән, “районка”! Һиңә бөгөн –90!

Юбилейың менән, “районка”! Һиңә бөгөн –90!

04.11.2021

Теүәл 90 йыл элек 1 ноябрҙә “Көрәш байрағы” исеме аҫтында район гәзитенең беренсе һаны донъя күреп, уның ҡыҙыҡлы һәм сағыу тарихына башланғыс һала.

Ҡәҙерле гәзит уҡыусылар, матбуғат ветерандары!
Бөгөн “Хәйбулла хәбәрҙәре” район гәзитенең 11374-се һаны сыҡты. Теүәл 90 йыл элек 1 ноябрҙә “Көрәш байрағы” исеме аҫтында район гәзитенең беренсе һаны донъя күреп, уның ҡыҙыҡлы һәм сағыу тарихына башланғыс һала. Ошо туғыҙ тиҫтә ваҡыт арауығында унда йөҙҙәрсә мөхәррирҙәр, хәбәрселәр, яуаплы секретарҙар, фотохәбәрселәр, гәзит баҫыусылар эшләй. Гәзитебеҙҙең тарихы бай, бының менән хаҡлы ғорурланырға була. Унда баҫылған мәҡәләләрҙә Хәйбулла районының бөтә үҫеш юлын күрергә мөмкин.

Ә бөгөн ете кешеннән торған “Хәйбулла хәбәрҙәре” гәзите коллективы—бәләкәй генә, әммә туған телдәге гәзитте сығарыу өҫтәндә эшләгән татыу команда. Гәзитебеҙҙең төп ижади көсө: яуаплы секретарь Раян Атанбаев, хәбәрселәр Рәзилә Байғусҡарова, Гүзәл Бохарбаева, Луиза Юлмөхәмәтоваларҙың исемдәре гәзит уҡыусыларға яҡшы таныш, версткалау инженеры Лилиә Мортаеваның тырышлығы менән “районка”ның эске йөҙө заманса төҫ ала. Беҙ башҡорт телендәге баҫма һүҙҙе һаҡлап ҡалырға тырышып, заман менән бергә атлайбыҙ. “Хәйбулла хәбәрҙәре” бөгөн ҡағыҙ вариантта нәшер ителеүҙән тыш, электрон мәғлүмәт сығанағы булараҡ теркәлеп, үҙенең рәсми сайты бар, социаль селтәрҙәрҙә төркөмөбөҙҙө үҫтерергә тырышабыҙ. Был иһә райондан ситтә йәшәгән яҡташтарыбыҙға тыуған Хәйбулла тормошон, уның яңылыҡтарын, уңыштарын еткерергә мөмкинлек бирә.

Гәзитебеҙ юбилейы—тарих биттәрен байҡау ғына түгел, яңы пландар, уңышлы темалар билдәләү мөмкинлеге лә. Беҙ мотлаҡ алға атлап, яңы эш формалары өҫтөндә эшләп, гәзит уҡыусылар менән тығыҙ бәйләнештә буласаҡбыҙ. Башҡорт гәзитен тиҫтәләр йылдар дауамында яҙҙырып уҡыған, туған телдәге “районка”ның яҙмышына битараф булмағандарға оло рәхмәт һүҙен еткерәм.

Ә бөгөнгө гәзит һанында үткән тарихыбыҙ, төрлө йылдарҙа эшләгән хеҙмәкәрҙәрҙең фотолары һәм исемдәре, йәмәғәт хәбәрселәренең ҡотлауҙары һәм теләктәре сағылдырыла.

Юбилейың менән, “районка”! Һиңә бөгөн –90 һәм беҙ уның киләсәге бар тип ышанабыҙ, һин гәзит уҡыусылар өсөн кәрәкле баҫма!

Мәрйәм Иманғолова,

"Хәйбулла хәбәрҙәре" район гәзитенең баш мөхәррире.

Автор:Марьям Имангулова


Возврат к списку