20.10.2023
Юбилейығыҙ менән, Мирсәйет Ғүмәр улы!
Бөгөн «Йәншишмә» гәзитенең баш мөхәррире Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысовтың матур ғүмер байрамы – 60 йәшлек юбилейы!
Ошо уңайҙан хөрмәтле коллегабыҙҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Уға ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстарға бай көндәр, ғаилә именлеге, тыныс күк йөҙө, бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ. Һәр ваҡыт әлегеләй изге күңелле, ихлас, рухлы, шәп етәксе булып ҡалығыҙ!