«Журфест-2024» акцияһы берләштерҙе

«Журфест-2024» акцияһы берләштерҙе

30.08.2024

«Журфест-2024» фестивалендә республиканың журналистар союзының көньҡ-көнбайыш район-ара ижади берекмәһе журналистары МХО яугирҙәре өсөн аҡса йыйыу буйынса акция ойошторҙо.
Йыйылған аҡсаға дымлы салфеткалар һатып алынды, улар һәр ваҡыт ялан шарттарында булған яугирҙарға кәрәк.

Көньяҡ-көнбайыш район-ара ижади берекмәһе журналистары даими рәүештә МХО яугирҙәренә ярҙам итеү буйынса акцияларҙа ҡатнаша. «Таҫма артында» булған яҡташтар менән бәйләнештә булып, уларҙың көнүҙәк ихтыяждарын асыҡлай һәм кәрәкле әйберҙәр һатып ала.
Сығанаҡ: "Етегән"


Возврат к списку