Журналист Фаяз Юмагузин подарил свои книги библиотекам Стерлитамака

Журналист Фаяз Юмагузин подарил свои книги библиотекам Стерлитамака

Журналист Фаяз Юмагузин подарил свои книги библиотекам Стерлитамака 24.08.2025


Фаяз Йомағужин ҡалабыҙҙың Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһына (һәр китапханаға берәр дана) үҙенең “яңы ғына мейестән сыҡҡан” “Донбастың аҡ ҡояшы” тип аталған 13 китабын бүләк итте.

Был уның беҙҙең ҡала кешеләре – махсус хәрби операция геройҙары тураһында очерктар һәм хикәйәләрҙән торған икенсе йыйынтығы. Тәүгеһе “Тыуған ил ҡушыуы буйынса” тип атала, 300 дана ғына тираж менән нәшер ителгән китапты махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүсе йәмәғәт, ирекмәндәр ойошмалары тиҙ арала алып бөткән. Әлеге баҫма алдағыһынан өс тапҡырға күләмлерәк. Китап баҫылғандан һуң бер нисә аҙна эсендә йәмәғәт ойошмалары, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар алып бөткән. Ҡалғаны һатыуға сығарыласаҡ. Китапты һатыуҙан килгән аҡса МХО-ға ярҙам фондына китәсәк.

Источник:  «Ашҡаҙар» гәзите


Возврат к списку