25.03.2026
Ошо көндәрҙә Беларусь Республикаһының баш ҡалаһы Минскиҙа Яҙыусыларҙың халыҡ-ара симпозиумы уҙғарылды.
«Яҙыусы һәм ваҡыт» тип исемләнгән был сарала Рәсәй, Үзбәкстан, Тажикстан, Әрмәнстан, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстандан килгән әҙиптәр әҙәбиәттең бөгөнгө проблемалары һәм үҫеү юлдары хаҡында фекер алышты. Рәсәй яҙыусылары составында Башҡортостан вәкилдәре исеменән “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире Айгиз Баймөхәмәтов һәм “Ватандаш” журналының бүлек мөдире Зөлфиә Ханнанова сығыш яһаны.
Башҡорт әҙәбиәтен пропагандалауға тос өлөш индергән өсөн Айгиз Баймөхәмәтов Беларусь Республикаһы Яҙыусылар союзы рәйесе Алесь Карлюкевичҡа Башҡортостан Яҙыусылар союзының мәртәбәле наградаһын – Рәми Ғарипов миҙалын тапшырҙы.
Симпозиумда ҡатнашыусылар шулай уҡ XXXIII Халыҡ-ара китап йәрминкәһендә, Беларусь Республикаһының Милли тарих музейында, белорус әҙәбиәте классигы Янка Купаланың йорт-музейында уҙғарылған сараларҙа ҡатнашты.
«Ватандаш» журналы сайтынан